+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
1 Апрель , 09:27

Өфөлә “Ос әйҙә!” 8-се форумы үтәсәк

Өфөлә “Ос әйҙә!” мәктәп мәғарифы форумы 8-се тапҡыр үтә. Быйылғы форум апрель айында була. Уны йыл да үткәреү тәҡдимен 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биргәйне.

Өфөлә “Ос әйҙә!” 8-се форумы үтәсәкӨфөлә “Ос әйҙә!” 8-се форумы үтәсәк
Өфөлә “Ос әйҙә!” 8-се форумы үтәсәк

Өфөлә “Ос әйҙә!” мәктәп мәғарифы форумы 8-се тапҡыр үтә. Быйылғы форум апрель айында була. Уны йыл да үткәреү тәҡдимен 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биргәйне.

Форум уҡытыусылар, мәктәп директорҙары, ата-әсәләр, власть вәкилдәренең фекер алышыуы өсөн төп майҙансыҡ булып тора. Унда республика мәктәп системаһы өсөн мөһим булған үҙгәрештәр һәм уларҙы мәктәп системаһына индереү тураһында һөйләшәләр һәм ҡарарҙар ҡабул итәләр.

Элекке форумдарҙа, мәҫәлән, биш көнлөк уҡытыуға күсеү, ауыл мәктәптәрендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү, билингваль һәм полилингваль белем биреүҙе үҫтереү, берҙәм тәрбиә арауығы булдырыу (“Тематик шәмбеләр”), диетик туҡланыуға мохтаж балаларҙың ашауын ойоштороу, стоматология кабинеттары асыу, Республика белем биреү сифатын баһалау үҙәген асыу кеүек һәм башҡа мәсьәләләр хәл ителде.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас