+7 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Апреля , 10:06

Өфөлә студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә

Балалар! Арағыҙҙан кемдәргәлер Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡырға, ошо матур, заманса, уңайлы кампуста йәшәргә тура килер.

Өфөлә студенттар кампусының икенсе сираты төҙөләӨфөлә студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә
Өфөлә студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә

Балалар! Арағыҙҙан кемдәргәлер Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡырға, ошо матур, заманса, уңайлы кампуста йәшәргә тура килер.  

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия фән һәм белем биреү үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының төҙөлөп ятҡан икенсе сиратын ҡараны. Мәшһүр төҙөлөш ул, дуҫтар! Иң мөһиме – уны быйыл төҙөп бөтөргә йыйыналар.

Объект “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Заманса кампустар селтәрен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә һалына. Әле төҙөлөш майҙанында:

бер юлы әллә нисә субподряд ойошмаһы,

800-ҙән ашыу кеше,

башнялы 7 кран,

30-ҙан ашыу башҡа техника эшләй.

Төҙөүселәр айына уртаса 2-3 ҡатты күтәрә.

Республика етәксеһе кампустың уңайлылыҡтары, эске биҙәлеше буйынса проект сиселештәре менән танышты. Төҙөүселәр әйтеүенсә, студенттарҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә.

Кампус 7 башнялы була. Һәр береһе 10-дан 29 ҡатҡа тиклем бейеклектә булып, бер-береһе менән стилобат аша тоташа. Башняларға кешелектең бөйөк ғалимдары – Пифагор, Аристотель, Әбүғалисина, Шэнь Ко, Дмитрий Менделеев, Владимир Вернадский һәм Константин Циолковский исеме биреләсәк.

Биналарҙа студенттар өсөн ятаҡтар, спорт һәм ижад зоналары урынлашасаҡ.

Кампустың ике сиратының майҙаны бөтәһе 142,7 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Төҙөлөштөң тулы хаҡы – 27 млрд һум.

Бәлки, бигүк тыйнаҡ күренмәҫ, әммә, минең фекеремсә, беҙ илдә иң яҡшы кампустарҙың береһен төҙөйбөҙ. Беҙҙең республика һәм башҡа төбәктәр абитуриенттарын Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына саҡырам”, – ти Радий Фәрит улы.

Өфө кампусының беренсе сираты сиктәрендә 2024 йылда куп функциялы IQ-парк, 2025 йылда Геном үҙәге асылды.

 

Фото: Олег ЯРОВИКОВ | Башинформ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Өфөлә студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә
Өфөлә студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә
Өфөлә студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә
Өфөлә студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас