

Үҙгәрештәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын мәктәптә көнөнә ике тапҡыр бушлай ашатыу тураһында Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы индерелгән. Үҙгәрештәр 2026 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдә.
1–4-се синыфтарҙа бер балаға тейешле ҡайнар аш хаҡы:
иртәнге аш – кәм тигәндә 76,96 һум,
төшкө аш – кәм тигәндә 86,07 һум,
төштән һуңғы аш – кәм тигәндә 45 һум.
5–11-се синыфтарҙа:
иртәнге аш – кәм тигәндә 60 һум,
төшкө аш – кәм тигәндә 70 һум,
төштән һуңғы аш – кәм тигәндә 45 һум.
1–4-се синыфтарҙа, көнөнә бер тапҡыр түләүһеҙ ҡайнар ашлы туҡланыуҙың тулы хаҡына еткереп, Өфө бюджетынан йән башына түбәндәге күләмдә өҫтәмә түләү (республика бюджетынан бүленгән субсидияға өҫтәмә) ҡарала:
иртәнге аш өсөн – кәм тигәндә 0,77 һумлыҡ өҫтәмә,
төшкө аш өсөн кәм тигәндә 7,51 һум өҫтәмә түләнә.
Сәләмәтлеге буйынса сикләнгән балаларға һәм инвалид балаларға көнөнә ике тапҡыр түләүһеҙ ҡайнар аш ашатыуҙың тулы хаҡынаса Өфө бюджетынан өҫтәп түләү (республика бюджетынан бүленгән субсидияға өҫтәмә) дәүмәле түбәндәгесә:
1–4-се синыфтарҙа – 61,80 һум,
5–11-се синыфтарҙа – 131,06 һум.
Мәктәп-интернаттарҙа көнөнә биш тапҡыр түләүһеҙ туҡланыуға тулы хаҡынаса Өфө бюджетынан өҫтәп түләү (республика бюджетынан бүленгән субсидияға өҫтәмә) дәүмәле түбәндәгесә:
1–4-се синыфтарҙа – 253,04 һум.
Тейешле бойороҡҡа Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.
Сығанаҡ: Башинформ.