+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель , 16:59

Ил Президентының вәкиле округтағы иң ҙур мәктәпте ҡараны

Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы вәкиле Игорь Комаров килде. Бөгөн Игорь Комаров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров округтағы иң ҙур мәктәпкә барҙы.

Кузнецов Затонындағы 164-се мәктәп 2200 урынға, 96 синыфҡа иҫәпләнгән. Әле унда 1339 бала уҡый.

Игорь Комаров һаҡтың ойошторолошо менән ҡыҙыҡһынды, спорт залын, 700 урынлыҡ ашхананы, эко-кафены, предмет кабинеттарын, дизайн студияһын, башланғыс синыфтарҙы, тамаша залын ҡараны.

Ил Президенты вәкиленә мәктәп тураһында Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, 164-се белем биреү үҙәге директоры Миләүшә Мырҙағәлина һөйләне.

Ҡунаҡтар спорт залында шөғөлләнгән балалар менән фотоға төштө.

ФОТО: Олег Яровиков | Башинформ.

Ил Президентының вәкиле округтағы иң ҙур мәктәпте ҡараны
Ил Президентының вәкиле округтағы иң ҙур мәктәпте ҡараны
Ил Президентының вәкиле округтағы иң ҙур мәктәпте ҡараны
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас