+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель , 19:55

Йәш сәсәндәр ярышында кемдәр еңгән?

Сибайҙа «Урал балалары тауышы» V республика йәш сәсәндәр конкурсына йомғаҡ яһалған. Унда Башҡортостандың төрлө мөйөшөнән, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 80-дән ашыу йәш талант ҡатнашҡан.

Йәш сәсәндәр ярышында кемдәр еңгән?
Йәш сәсәндәр ярышында кемдәр еңгән?

Жюриҙа – күренекле фән, мәҙәниәт һәм мәғариф вәкилдәре Гөлнур Хөсәйенова, Гөлназ Ғәлина, Закирйән Әминев, Олеся Әхмәдрәхимова, Мирас Үҙәнбаев һәм башҡалар.

5–11 йәшлектәр төркөмөндә Рузилә Баҙранова (Сибай), Милана Ҡаҙаҡбаева (Сибай), Зарина Мәрҙәмшина (Хәйбулла районы) беренсе урынды алған.  

Ғаилә сығыштары айырым номинацияла баһаланған. Был төркөмдә  Сәғитовтар (Бөрйән районы), Хисмәтуллиндар (Ишембай ҡалаһы), Латиповтар (Мәләүез ҡалаһы), Ильясовтар (Хәйбулла районы), Мәмбәтовтар (Хәйбулла районы), Иҙрисовтар (Иглин районы) ғаиләләре иң яҡшылар тип танылған.

Яҙгөл Ғафарова (Ҡыйғы районы) конкурстың махсус призы менән билдәләнгән.

ФОТО: Республика халыҡ ижады үҙәге | матбуғат хеҙмәте.

Йәш сәсәндәр ярышында кемдәр еңгән?
Йәш сәсәндәр ярышында кемдәр еңгән?
Йәш сәсәндәр ярышында кемдәр еңгән?
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас