Кисә VI “Ағиҙел” Бөтә Рәсәй уҡыусылар полилингваль олимпиадаһының икенсе (көндөҙгө) этабы булды. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 70 уҡыусы ҡатнашты. Сара 1-се Республика күп профилле полилингваль гимназияһында үтте.
Алтынсы йыл үткәрелгән олимпиадала йәш лингвистар ярыша. “Ағиҙел” телдәр төрлөлөгөн һаҡлау, телдәр һәм Рәсәй халыҡтары традициялары менән ҡыҙыҡһынған талантлы уҡыусыларҙы асыҡлау, рус, туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеүгә дәртләндереү маҡсатында үткәрелә. Ул Рәсәйҙәге Халыҡтар берҙәмлеге йылында айырыуса көнүҙәк сара тип баһалана.
Быйыл “Ағиҙел” олимпиадаһына рәсми рәүештә Бөтә Рәсәй статусы бирелгән.
Беренсе һайлап алыу этабы 16 февралдән 9 мартҡа тиклем барҙы. 5–11-се синыфтарҙа уҡыған 648 бала ҡатнашты. Уҡыусыларға 8 телдә (башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурт, мари, ҡытай, инглиз) “Халыҡтар дуҫлығында – Рәсәйҙең берҙәмлеге” темаһы буйынса эштәр бирелде. Иң яҡшылар финалға үтте.
Шулай итеп, кисә олимпиаданың финалы үтте. Финалға Татарстан, Алтай, Саха, Бүрәт, Төньяҡ Осетия-Алания республикаларынан, Свердловск өлкәһенән йәш лингвистар килде. Башҡортостандың телһөйәр уҡыусылары ла ҡатнашты, әлбиттә.
Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальник урынбаҫары – милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире Илдус Ҡаһарманов, БР Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, ӨФһТУ-ның Гуманитар һәм социаль фәндәр институты директоры вазифаһын башҡарыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рафаэль Ғәзизов, ӨФһТУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина һәм башҡалар ҡатнашты.
Беренсе тур викторина форматында булды һәм ҡатнашыусыларҙың лингвистик белемдәрен баһаланы.
Икенсе тур “Беҙ бергә – Рәсәй” команда квесы рәүешендә үтте. Был интерактив ярышта балалар Рәсәй Федерацияһында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлектәрен һәм традицияларын аңлауын күрһәтте.
“Ағиҙел” олимпиадаһының йомғаҡтары:
Беренсе урын:
ИМЫХЕЛОВА Ольга, 1-се Республика бүрәт милли лицей-интернатының 10-сы синыф уҡыусыһы (Улан-Удэ ҡалаһы, Бүрәт Республикаһы);
Икенсе урын:
ШАКИРОВА Резеда, Һәләтле балалар өсөн гуманитар гимназия-интернатының 10-сы синыф уҡыусыһы (Аҡтаныш районы, Татарстан Республикаһы);
БАДЫКИН Иван, В. К. Плакас исемендәге Республика гимназияһының 8-се синыф уҡыусыһы (Горно-Алтайск ҡалаһы, Алтай Республикаһы);
ХӘСӘНОВ Артур, 1 -се Республика күп профилле полилигваль гимназияһының 10-сы синыф уҡыусыһы (Өфө ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы);
Өсөнсө урын:
ЧЕЛЬДИЕВ Артур, Алан гимназияһының 8-се синыф уҡыусыһы (Владикавказ ҡалаһы, Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһы)
РӘХИМЙӘНОВА Диана, “Белем” күп профилле полилингваль мәктәп-интернатының 9-сы синыф уҡыусыһы (Нефтекама ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы);
МАКАРОВА Әминә, С. К. Макаров исемендәге Чурапча гимназияһының 8-се синыф уҡыусыһы (Чурапча улусы, Саха Республикаһы).
Еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостан Мәғариф министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
ФОТО: Лариса ДУДИНА.