Әбйәлил районында “Физика буйынса кубок” ярышы башланды. 7–9-сы синыф уҡыусыларына тәғәйенләнгән турнир физикаға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, белемдәрҙе тәрәнәйтеү маҡсатын ҡуя. Сараны үткәреү “Йәштәр һәм балалар” милли проекты булышлығында мөмкин булды.
Беренсе тур Асҡар йәш техниктар станцияһында үтте. Ул механикаға һәм йылылыҡ күренештәренә арналды. Турнир ике этаптан тора, һәр этапта 10-ар мәсьәлә бирелә, уларҙы сисеү 10 баллы система менән баһалана.
Муниципаль этапта 5 команда ҡатнашты. Амангилде ауылы уҡыусылары беренсе урынды яуланы.
“Мәсьәләләр ҡатмарлы булды, бигерәк тә бер юлы бер нисә формула ҡулланыла торғандары. Беҙ тотош команда менән әҙерләндек, бәхәсләштек, дөрөҫ яуаптар эҙләнек. 39 балл йыйғаныбыҙҙы белгәс, бик шатландыҡ. Хәҙер икенсе этапҡа тырышыбыраҡ әҙерләнәсәкбеҙ”, – ти еңеүсе команда ағзаларының береһе.
Икенсе этап электр һәм яҡтылыҡ күренештәренә арнала. Ике этап балдарын ҡушҡас еңеүсе булған команда төбәк кимәлендәге турнирғҙа ҡатнашасаҡ.
Сығанаҡ: Әбйәлил район хакимиәтенең мәғариф бүлеге.