Экология буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында Башҡортостандан өс уҡыусы призер булған.
Улар бөтәһе лә Өфөнән:
КӘРИМОВА Рилана, “СМАРТ” 2-се Республика күп профилле полилингваль гимназияһының 9-сы синыф уҡыусыһы;
ӘҮӘЛБАЕВА Ғәлиә, Л.М. Павличенко исемендәге 106-сы “Берҙәмлек” лицейының 11-се синыф уҡыусыһы;
САЛАНГИНА София, 93-сө физика-математика лицейының 11-се синыф уҡыусыһы.
– Республикабыҙ өсөн ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән Вологданан шәп яңылыҡ менән уртаҡлашам. Экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында Башҡортостандан өс һәләтле бала призер булды. Рилананы, Ғәлиәне һәм Софияны был еңеү менән ҡотлайым. Бөтә командабыҙға — финалға еткән һәр кемгә айырым рәхмәт. Балалар, барығыҙға ла афарин. Һуңғы этапҡа сығыу – үҙе ҙур еңеү һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибә. Һеҙ еңеүсе, сөнки тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күреү юлын һайланығыҙ. Был олимпия яҙы һеҙҙең өсөн республикабыҙ һәм бөтә ил мәнфәғәтендә ҙур экологик эштәрҙең башланғысы булһын, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Олимпиада “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә үткән.
Сығанаҡ: БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.