15–16 апрелдә Өфөлә Файҙалы уйындар фестивале була. Ул уйын проекттарын, белем биреүҙе һәм геймдев-ииндустрияны берләштерәсәк.
Фестиваль Рәсәй балалары, ата-әсәләр, студенттар, педагогтар өсөн үткәрелә.
Күргәҙмәлә файҙалы компьютер, мобиль, өҫтәл һәм фиджитал-уйындарҙы һынап ҡарап буласаҡ. Рәсәй эшләнмәселәре, шул иҫәптән 2025 йылғы Файҙалы уйындар акселераторында ҡатнашыусылар үҙ проекттарын күрһәтәсәк.
Оҫталыҡ дәрестәре остаздарға төрлө йәштәге балаларҙы уҡытыуҙа уйындарҙы ҡулланырға өйрәтәсәк. Ата-әсәләр уйындарҙың уҡыусы балалар өсөн ниндәй файҙа килтерә алыуын, профессия һәм вуз һайлауҙа нисек ярҙам итеүен беләсәк.
Фестиваль тураһында уның сайтында мәғлүмәт күп. Шунда уҡ теркәлеү үтергә мөмкин: https://unteh.kruzhok.org/igry/fest