Өфөнөң “Родина” кинотеатрында режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Не оставляйте нас!” тигән тулы метражлы фильмын ябыҡ күрһәтеү булды. Картина Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән. Ул 1990-сы йылдарҙа ата-әсәһе һәләк булған малайҙың балалар йортона эләгеүе тураһында һөйләй.
“Ғаилә” милли проекты маҡсаттарына яуап биргән нәфис фильм етемлек темаһын күтәрә, балаларға ғаилә тәрбиәһе биреү кәрәклеген аңлата.
Төп ролдәрҙе профессиональ артистар түгел, балалар башҡара. Кастинг мәктәптәрҙә, балалар йорттарында үткән. Кинола Башҡорт кадет корпусы кадеттары, Иглин районындағы Охлебинин ауылы балаларҙы ваҡытлыса аҫрау үҙәге тәрбиәләнеүселәре лә төшкән.
Фильмды беренсе булып балалар учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусылар ҡараны. Һуңынан фильм буйынса һөйләшеү үтте.
Фильм тиҙҙән киң прокатҡа сығасаҡ һәм кинофестивалдәрҙә ҡатнашасаҡ.
“Элек бала йыш ҡына система алдында япа-яңғыҙы ҡала ине. Хәҙер беҙ һәр кем үҙен ташламаҫтарына ышанһын тип тырышабыҙ. Был фильм – һыҙланыу тураһында, шул уҡ ваҡытта үҙгәрештәр булырына өмөт тураһында ла”, – ти Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Небогатова.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.