+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель , 17:42

Ишембай китапханаһына VR-комплекс алғандар

Ишембай ҡалаһында “Ғаилә” милли проектына ярашлы балалар мәҙәни-ағартыу үҙәге асырға йыйыналар.

Әле унда йыһаздар килтерәләр. Китапханаға күптән түгел химия буйынса VR-комплекс алғандар. Был ҡорамал интерактив дәрестәр, тәжрибәләр, тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн шәп буласаҡ.

Заманса VR-комплекс үҫеп килеүсе быуында ҡыҙыҡһыныуҙарҙы киңәйтеү, белемдәргә ынтылышты арттырыу һәм танып белеү барышын әүҙемләштереү өсөн көслө дәртләндергес сара буласаҡ”, – ти Үҙәкләштерелгән китапхана селтәренең директоры Айгөл Ҡаҙырғолова.

Сығанаҡ: Ишембай район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

Ишембай китапханаһына VR-комплекс алғандар
Ишембай китапханаһына VR-комплекс алғандар
Ишембай китапханаһына VR-комплекс алғандар
Ишембай китапханаһына VR-комплекс алғандар
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас