Башҡортостандар быйыл да 18 апрелдә, бөтә рәсәйҙәр кеүек үк, «Тоталь диктант» сараһында ҡатнашасаҡ. Был сара йыл да ойошторола һәм рус телен белеү кимәлен баһаларға мөмкинлек бирә. Тоталь диктантты уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, бизнес вәкилдәре һәм, ғөмүмән, теләгән һәр кем яҙа ала.
«Тоталь диктант» 18 апрелдә Өфө ваҡыты менән 13:00 сәғәттә башлана.
Унда ҡатнашыу өсөн рәсми сайтта https://totaldict.ru/ йәки төбәк мәғлүмәт порталдары һәм мәҙәниәт учреждениелары аша теркәлергә була.
Офлайн-форматта ҡатнашыу өсөн рәсми сайтта үҙеңә яраҡлы майҙансыҡ һайларға мөмкин.
Тоталь диктантта онлайн-форматта ла ҡатнашырға мөмкин. 18 апрелдә көн дауамында һәр кем, https://totaldict.ru/ һылтанмаһы буйынса сайтҡа инеп, онлайнда диктант яҙа ала.
Диктант яҙыу майҙансыҡтары Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Нефтекамала, Бөрөлә, Мәләүездә, Ишембайҙа, Туймазыла һәм башҡа тораҡ пукттарҙа ойошторола.
Тәүге «Тоталь диктант» 2004 йылда Новосибирск дәүләт университетының гуманитар факультеты студенттары менән уҙғарылды. 2025 йылда сара, 1,3 миллиондан ашыу кешене берләштереп, бөтә ҡитғаларҙағы 112 илде үҙ эсенә алды.
«Тоталь диктант» проекты Рәсәй Хөкүмәтенең «Фәнгә тоғролоҡ өсөн» һәм «Мөмкинлектәр иле» номинацияһында #БЕҘБЕРГӘ премияларына лайыҡ булды, йәғни ул алдынғы ирекмәнлек хәрәкәте булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә.
«Тоталь диктант» – ойоштороусыларҙың көсө менән партнерҙар, бағыусылар, грант биреүселәр ярҙамында тормошҡа ашырылған йәмәғәт башланғысы. 2026 йылда «Тоталь диктант» Президент гранттары фонды булышлығында уҙа. Акцияны ойоштороусы һәм уның хужаһы – «Тоталь диктант» граждандарҙың тел мәҙәниәтенә булышлыҡ итеү фонды.
«Тоталь диктант»тың төп принциптары: ҡатнашыусыларҙың ирекле ихтыяры, бушлай үтеү, анонимлыҡ, тикшереүгә профессиональ ҡараш, ваҡыт, текст, уҙғарыу тәртибе һәм тикшереү критерийҙарының берҙәмлеге.
Башҡортостанда «Тоталь диктант» – ул дөрөҫ яҙыу һәм пунктуация ҡағиҙәләрен белеүҙе тикшереү генә түгел, дөйөм Рәсәй мәҙәни диалогына ҡушылыу мөмкинлеге лә. Башҡортостан тел төрлөлөгөн һаҡлауға һәм граждандар берҙәмлеге, интеллектуаль үҫеш һәм социаль мобиллек нигеҙе булараҡ рус теленең статусын нығытыуға йүнәлтелгән проекттарҙы һәр саҡ хуплап ҡаршы ала.