"Спорт – йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә, шулай уҡ «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы саралар планына ярашлы, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе коллективы ГТО нормативтарын тапшырҙы.
Ҡатнашыусылар, йәш төркөмөнә ҡарап, йүгереү, иҙәндән этелеү, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, пневматик винтовканан атыу һәм башҡа төрҙәр буйынса һынауҙар үтте.
Нормативтарҙы барыһы ла уңышлы тапшырҙы. Төп судья, Бөрйән районының ГТО тапшырыу буйынса баш инструкторы Нәсимә Шакирова етәкселегендәге судьялар Флүр Дәүләтшин, Светлана Аҙанғолова, Нәзифә Науразбаева, Фәнил Мөхәмәтйәновтар күрһәткестәҙе теркәп барҙы.
– Һөҙөмтәләр яҡшы, коллектив тейешле күрһәткестәргә өлгәште.
ГТО хәрәкәтендә яҡшы физик әҙерлек күрһәткән ҡатнашыусыларға танытмалар тапшырыласаҡ, – тине мәктәп директоры Йәмил Ҡотлобаев.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.