+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
7 Апреля , 08:21

Башҡортостанда Космос аҙналығы бара

12 апрель – Космонавтика көнө. Быйыл донъялағы беренсе космонавт Юрий Гагариндың йыһанға осоуына 65 йыл тула. Шул уңайҙан Рәсәйҙә Космос аҙналығы иғлан ителде.

Башҡортостанда Космос аҙналығы бараБашҡортостанда Космос аҙналығы бара
Башҡортостанда Космос аҙналығы бара

12 апрель – Космонавтика көнө. Быйыл донъялағы беренсе космонавт Юрий Гагариндың йыһанға осоуына 65 йыл тула. Шул уңайҙан Рәсәйҙә Космос аҙналығы иғлан ителде.

Космос аҙналығында Башҡортостанда ҡыҙыҡлы саралар була.

8 июлдә Өфөлә Стәрлетамаҡ рус драма театры йыһан темаһына  “То самое” тигән спектакль күрһәтә. Дмитрий Калининдың пьесаһы үткән быуаттың 60-80-се йылдарындағы космонавт булырға  хыялланған балалар тураһында һөйләй. Пьеса геройҙары, йыһан карабы яһап, Марсҡа осорға йыйына.

9 апрелдә Сибайҙың “Сулпан” концерт-театр берекмәһенең рәсми сәхифәһендә “Марсҡа тиклем бер билет” (режиссеры – Нәркәс Искәндәрова) тигән спектакле онлайн күрһәтелә. Ул 13 йәшлек малайҙың космосҡа осоп юғалған атаһын эҙләргә ҡарар итеүе тураһында һөйләй.

10 апрелдә Милли музейҙа “12 апрель – Бөтә донъя космонавтика көнө” фотокүргәҙмәһе асыла. Проект Дәүләкән районы Калиновка ауылындағы СССР-ҙың һынаусы космонавы Урал Солтанов исемендәге  Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәп тураһында һөйләйәсәк. Был мәктәпкә 15 йыл.

Бөгөндән башлап 12 апрелгә тиклем Милли музейҙың кинозалында космосҡа арналҡан фәнни-популяр фильмдар күрһәтелә.

12 апрелдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының онлайн-программаһында “Девочка и пришелец” тигән спектакль буласаҡ.

Космос аҙналығы тотош илде солғай. 6 апрелдә уҡыусылар өсөн “Кадрҙа космос” тигән Бөтә Рәсәй ижади акция башланды. 9 апрелдә “Моя собака – космонавт” тигән фильм киң прокатҡа сыға.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас