Мәктәптәрҙә балаларҙың тәртибен баһалауҙың нисек буласағына аңлатма биргәндәр.
Яңылыҡҡа тәүҙә киң ҡоласлы һынау үткәрәсәктәр. Ул 2026/27 уҡыу йылында Рәсәйҙең 89 төбәгенең һәр береһендә 10-ар мәктәптә барасаҡ. Артабанғы 2027/28 уҡыу йылында бөтә мәктәптәрҙә лә ҡулланыла башлай.
Әлеге көнгә Рәсәйҙең 7 төбәгендәге 89 мәктәптә тәүге һынауҙар үткән. Уларҙа башланғыс һәм урта синыфтарҙа уҡып йөрөгән 40 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең күпселеге яңылыҡты ыңғай баһалаған.
РФ мәғариф министры урынбаҫары Ольга Колударова белдереүенсә, тәртипте баһалауҙың өс ысулы ҡаралған:
- ике кимәлле (“зачет”/”зачет түгел”),
- өс кимәлле (“өлгөлө”, “ҡәнәғәтләнерлек”, “ҡәнәғәтләнерлек түгел”),
- биш кимәлле шкала.
Эксперттар өс кимәлле шкалаға өҫтөнлөк биргән.
Тәртипте баһалауҙың төп күрһәткестәре:
- дисциплина,
- социаль аралашыусанлыҡ,
- ыңғай холоҡ сифаттары,
- уҡыуҙа әүҙемлек.
Сығанаҡ: Башинформ.