

17 апрелдә башҡорт теленән үтәсәк сираттағы халыҡ-ара диктант Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шулай уҡ шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арнала.
Диктантты онлайнда ла, офлайнда ла яҙырға була. Трансляция (6+) Өфө ваҡыты менән 11 сәғәттә башлана. Диктантты БСТ, “Тамыр” телеканалдарында, “Ашҡаҙар” радиоһында, шулай уҡ диктант сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә яҙҙырасаҡтар.
Офлайнда ҡатнашыу өсөн диктанттың сайтында майҙансыҡты һайларға һәм унда теркәлергә кәрәк. Диктант көнөндә килеп яҙаһың.
Диктантты бер нисә этапта яҙҙыралар:
- беренсе булып 11-ҙән 11 сәғәт 25 минутҡа тиклем телде башланғыс кимәлдә белеүселәр яҙа;
- артабан 11:30-ҙан 12 сәғәткә тиклем башҡорт телен иркен белеүселәр яҙа;
- һуңғы этап 12:05-тән 12:30-ға тиклем төньяҡ-көнбайыш диалектта үтә;
- өйҙә ултырып онлайн ҡатнашыусылар рәсми сайтҡа инеп яҙа йә МАКС платформаһында @bash_dictant_bot чат-ботынан файҙалана.
ФОТО: Радий Хәбиров / социаль селтәрҙәр.
Сығанаҡ: Молодежная газета.