

Әбйәлил районы Асҡар ауылында яңы балалар поликлиникаһы эшләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 7 апрелдә районға эш сәфәре менән барғанда яңы объектты ҡараны.
“Беҙ уны “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты буйынса туҙып бөткән иҫкеһе урынына төҙөнөк. Поликлиника бик матур, иркен, уңайлы булып сыҡты. Бында тикшереү үтеү, сифатлы диагностика һәм дауа алыу өсөн бөтә кәрәк нәмә, шул иҫәптән күсмә УЗИ аппараты, стоматология ҡорамалдары һәм башҡалар бар. Ә иң мөһиме – үҙ эшен яратҡан һәм бәләкәй пациенттарҙы яратҡан табиптар бар.
Асҡарҙағы поликлиника – беҙ һуңғы ваҡытта Башҡортостанда төҙөгән алты медицина учреждениеһының береһе. Хәҙер яҡындағы планда – Иглин ауылында ҙур поликлиника.
Федераль ярҙам менән республика ауылдарында һаҡлыҡ һаҡлау ландшафын үҙгәртеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙ поликлиникалар, ФАП-тар, табип амбулаториялары төҙөйбөҙ, яңы автомобилдәр, заманса техника һәм ҡорамалдар һатып алабыҙ. Был демографик хәлде яҡшыртыр, беҙҙең ауыл райондарын тотороҡло үҫтерер өсөн бик мөһим. Һәм был эште беҙ мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ”, – ти Радий Хәбиров.
Асҡарҙағы балалар поликлиникаһын төҙөү 747,1 миллион һумға төшкән, шуның 337 миллионы федераль бюджеттан бирелгән. Поликлиника Үҙәк район дауаханаһы эргәһендә һалынған һәм төп корпус менән йылы үткәүел аша тоташтырылған.
Дауахананың баш табибы Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, поликлиника сменаһына 150 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Дөйөм майҙаны 4 меңдән ашыу кв.м.
ФОТО: Олег ЯРОВИКОВ.