+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
8 Апреля , 08:54

«Патриот» паркында «Уңышҡа үҙ юлың» республика фестивале үтәсәк

2026 йылдың 3–5 майында  «Патриот» паркында «Уңышҡа үҙ юлың» республика фестивале була. Быйыл фестивалдең темаһы – “Этник код: уникаллек берҙәмлектә”. Ул Рәсәй халыҡтарының берҙәмлегенә арнала һәм этник кодты заманса пропагандалау аша таныта.

«Патриот» паркында «Уңышҡа үҙ юлың» республика фестивале үтәсәк«Патриот» паркында «Уңышҡа үҙ юлың» республика фестивале үтәсәк
«Патриот» паркында «Уңышҡа үҙ юлың» республика фестивале үтәсәк

2026 йылдың 3–5 майында  «Патриот» паркында «Уңышҡа үҙ юлың» республика фестивале була. Быйыл фестивалдең темаһы – “Этник код: уникаллек берҙәмлектә”. Ул Рәсәй халыҡтарының берҙәмлегенә арнала һәм этник кодты заманса пропагандалау аша таныта.

Фестиваль Башҡортостанда йәшәгән иң күп һанлы өс халыҡтың (рус, башҡорт һәм татар халыҡтары) мәҙәниәтен күрһәтәсәк, тематик зарядкалар, флешмобтар һәм башҡа әүҙемлектәр аша интерактив-күңел асыу программаһы менән тулыланасаҡ.

Быйыл Фестивалдең юбилейы, ул бишенсе тапҡыр уҙғарыла һәм, ғәҙәттәгесә, 2 майҙансыҡты берләштерә – «Смарт-тау» республика проект форумы һәм «Үҫеш биләмәһе» республика балалар һәм йәштәр форумы.

«Смарт-Тау» форумында 16–35 йәшлек 100-ҙән ашыу студент һәм эшләп йөрөгән кеше ҡатнаша.

«Үҫеш биләмәһе» форумында 14–17 йәшлек 175 әүҙем уҡыусы  остаздары менән бергә ҡатнаша.

Панель дискуссияларҙа республика етәкселеге, махсус хәрби операция ветерандары, спортсылар, бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үтә. Шулай уҡ “РосМолодежь.Гранты” эксперттары ҡатнаша.

 

Ошонда теркәләләр:  clck.ru/3SuuP7 .   Уҡыусылар  “Территория роста” форумына ғариза бирә.

 

ФОТО: molodez.bashkortostan.ru  сайтынан.

Сығанаҡ: БашМолодежь / мах-канал.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас