

Дуҫтар, әле 2026 йылдың икенсе яртыһына республика гәзит-журналдарына ташламалы яҙылыу ун көнлөгө бара. 16 апрелгә тиклем “Аманат” балалар-үҫмерҙәр журналына арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу форсаты бар, файҙаланып ҡалығыҙ.
“Аманат” журналына яҙылып, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәҡәләләр, балалар ижады менән таныша барырһығыҙ. Йәнә баҫмаға яҙылыу квитанцияһы менән приздар отошонда ҡатнашыу мөмкинлеге булыр:
- ярты йыллыҡ подписка тамамланған һайын журнал редакцияһы үҙ приздарын уйната. Уның иң ҙур призы велосипед була.
- “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто үҙ приздарын уйната. “Аманат” журналы ла, күп һанлы республика, райондар, ҡалалар баҫмалары кеүек үк, ошо нәшриәт йорто баҫмаһы булып тора. Тимәк, беҙҙең журналға яҙылыусылар ҙа унда ҡатнаша ала.
2026 йылдың беренсе яртыһына яҙылыусылар өсөн отош күптән түгел БСТ-ның “Сәләм” программаһында уйнатылды. Даланлылар ноутбук, ҡар көрәгес техника, телевизор, туҙан һурғыс робот, туңдырғыс, “Ҡарағай” санаторийына путевка отто.
“Аманат” журналына яҙылығыҙ, дуҫтар, уҡығыҙ, отоштарҙа ҡатнашығыҙ!