

9–10 апрелдә Өфөлә VIII “Ос әйҙә!” мәктәп белеме форумы үтте. Унда мәктәп директорҙары, мәғарифҡа ҡағылышы булған ойошмалар вәкилдәре, методистар, информатика уҡытыусылары ҡатнашты. “Ос әйҙә!” форумын үткәреүгә һигеҙ йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров нигеҙ һалды. Форум мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм власть вәкилдәре өсөн төп дискуссион майҙан булып тора.
Сара барышында Башҡортостандың информатика уҡытыусыларының I йыйыны үтте. Йыйын информатика предметының мәктәп программаһына индерелеүенең 40 йыллығына арналды.
Сығыштар информатиканы уҡытыу мәсьәләләренә, яһалма аңды уҡытыуҙа ҡулланыу, 2026 йылғы БДИ-ға әҙерлек, уҡыусыларҙы белем алыуға дәртләндереү, уҡытыусыларҙың иң алдынғы методикаларын өйрәнеү кеүек темаларға арналды.
Уның эшендә ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан мәғариф миинистры Илдар Мәүлетбирҙин, “Яндекс Образование” платформаһының төбәктәрҙәге үҫеше буйынса директоры Вадим Жуков, “Яндекс Лицей” етәксеһе Александр Паволоцкий, “Яндекс Учебник”тың БДИ платформаһы академик етәксеһе Алексей Смолянинов, “Информатика буйынса “Яндекс Учебник” менән БДИ” платформаһының продукт менеджеры Василиса Левина, “Яндекс Учебник” методисы “Диана Зайцева, “Яндекс Учебник”тың 2025 йылғы Кадрҙар резервы проекты еңеүсеһе Оксана Бажова, РИЛИ-ҙың информатика уҡытыусыһы Инсаф Иҡсанов сығыш яһаны.
Ошо уҡ көндөң тағы бер майҙансығында Башҡортостан мәктәптәрендә “Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” предметын уҡытыу мәсьәләләре ҡаралды.
Форумдың икенсе көнө мәғариф өлкәһенә мәғлүмәт технологияларын индереү темаһына арналды. Сараны мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм министр урынбаҫары Филүс Миназов алып барҙы.
Төп доклад менән Мәскәү иҡтисад мәктәбенең идаралыҡ начальниктары Надежда Имамеева һәм Анна Отмахова сығыш яһаны.
Икенсе дискуссиялар майҙансығы “Иң мөһим нәмә тураһында һөйләшеү: тәрбиәнең көнүҙәк мәсьәләләре” тип аталды. Уны хәрби хәбәрсе Ильяс Батыргәрәев алып барҙы.
Майҙансыҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны.
БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙиндың сығышы белем биреү ойошмаларында тәрбиә һәм иҫкәртеү эшен ойоштороу саралары йомғаҡтарына арналды.
Форумда шулай уҡ “Сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыуҙа мәғлүмәт технологиялары”, “Уҡытыусы профессияһының абруйын нисек күтәрергә?”, “Балалар өсөн цифрлы технологиялар һәм программалау” тигән бәхәс майҙансыҡтары әүҙем эшләне.
ФОТО: БР Мәғариф министрлығы.
ФОТО: Олег Яровиков | Башинформ.