+2 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
10 Апреля , 15:45

Радий Хәбиров Мәскәү ҡунаҡтары менән осрашты

Бөгөн Өфөлә Рима Батталованың “Милләт йәшлеге” премияһын тапшырыу тантанаһы булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо премияны тапшырыу тантанаһына килгән Башҡортостан ҡунаҡтары менән осрашты.

Радий Хәбиров Мәскәү ҡунаҡтары менән осраштыРадий Хәбиров Мәскәү ҡунаҡтары менән осрашты
Радий Хәбиров Мәскәү ҡунаҡтары менән осрашты

 Бөгөн Өфөлә Рима Батталованың “Милләт йәшлеге” премияһын тапшырыу тантанаһы булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо премияны тапшырыу тантанаһына килгән Башҡортостан ҡунаҡтары менән осрашты.

Радий Фәрит улы премия фонды етәксеһе Рима Батталоваға спортҡа тоғролоғо, республикала спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Республика Башлығы Башҡортостандың Рәсәйҙә ике тапҡыр иң спортлы төбәк тип танылыуын телгә алды, спорт инфраструктураһын үҫтереүгә күп көс һалыныуын билдәләне.

Радий Хәбировтың ҡунаҡтарға һөйләгәндәренән:

Әле республикала унлап спорт объекты төҙөлә. Планда – ҙур еңел атлетика манежын төҙөү...

Быйыл Бөтә Рәсәй федерацияһы булышлығы менән Өҫтәл теннисы үҙәген һала башлайбыҙ.

Кешеләрҙә спортҡа тартылыуҙың көслө икәнен күрәбеҙ. Көрәш һарайында әлеге мәлдә 1500 бала шөғөлләнә, унда спорттың 22 төрө индерелде лә инде.

Беҙҙең “Ауыл тренеры” республика проекты “Земство тренеры” федераль проекты нигеҙенә ятты. Белгестәрҙе, шул иҫәптән башҡа төбәктәрҙән, йәлеп итеү өсөн 2024 йылдан “Ҡала тренеры” проекты тормошҡа ашырыла”.

Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, РФ Өҫтәл теннисы федерацияһы президенты Александр Бабаков былай тине:

Бындай булышлыҡты һәр төбәктә лә осратып булмай. Республика миҫалында тамырҙан үҙгәрештәрҙе күрәбеҙ, кешеләрҙең туған республикаһында йәшәргә һәм эшләргә теләгәнен күрәбеҙ. Һеҙ аңлы рәүештә төбәктең социаль үҫешенә йүнәлеш тотаһығыҙ. Бының өсөн һеҙгә айырым рәхмәт”.

***

Ошо уҡ осрашыуҙа Рәсәй Федерацияһы сенаторы, донъя чемпионы Сергей Карякин Өфөлә төҙөләсәк Шахмат йорто проектын күрһәтте. Башҡортостан Башлығы республиканың спорт министрына тәҡдимде өйрәнергә һәм тормошҡа ашырыу варианттарын әҙерләргә ҡушты.

Төбәктә 12 меңдән ашыу кеше шахмат менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. 2023 йылдан республикала Башҡорт шахмат лигаһы үтә, унда 50-нән ашыу команда ҡатнаша. Был турнирҙың аналогтары башҡа юҡ”, – тине шахмат буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Сергей Карякин.  

Дәүлә!т Думаһы депутаты Николай Валуев спорт һәм туризмды үҫтергән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе:

Республикала уникаль тәбиғәт, халыҡ тарихы, нәҡ шулар өсөн Башҡортостанға килергә кәрәк. Һеҙҙә традицион брендтар менән бәйле сикһеҙ ресурстар бар. Бында федераль аҡсаға яңы ҡунаҡханалар, глэмпингтар төҙөйҙәр. Ошондай интсрументтар һәм ошондай булышлыҡ менән файҙаланыуҙы дауам итегеҙ”.

ФОТО: Азат Мөхәмәтйәнов / БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: Башинформ.

Радий Хәбиров Мәскәү ҡунаҡтары менән осрашты
Радий Хәбиров Мәскәү ҡунаҡтары менән осрашты
Радий Хәбиров Мәскәү ҡунаҡтары менән осрашты
Радий Хәбиров Мәскәү ҡунаҡтары менән осрашты
Радий Хәбиров Мәскәү ҡунаҡтары менән осрашты
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас