+2 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
10 Апреля , 14:23

VIII “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны

VIII  “Ос әйҙә!” мәктәп белеме форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул форум үткәрелә килгән 8 йыл эсендә мәғариф проблемаларын хәл итеү буйынса күп төрлө ҡарарҙар ҡабул ителеүен билдәләне.

VIII  “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаныVIII  “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны
VIII “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны

VIII  “Ос әйҙә!” мәктәп белеме форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул форум үткәрелә килгән 8 йыл эсендә мәғариф проблемаларын хәл итеү буйынса күп төрлө ҡарарҙар ҡабул ителеүен билдәләне.

Ябай булмаған был осорҙа һәр беребеҙгә ҡанат ҡуя торған ваҡиғалар кәрәк. Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары һуңғы осорҙа рухландыра һәм дәртләндерә торған ваҡиғалар булып тора. Күптән түгел химия буйынса беҙҙең уҡыусылар йыйылма командаһы  химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында өсөнсө урынды алды. Беҙҙең информатика (8 диплом), йәмғиәт белеме (5 диплом), экология (3 диплом) командалары һәйбәт сығыш яһаны. Башҡа предметтарҙан да ошондай уңыштарға өлгәшеү мөһим. Беҙҙең республика үҙе лә Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этаптарын  үткәреү урынына әүерелә. Быйыл Өфөгә илдең иң яҡшы йәш географтары йыйыла.  Дөйөм алғанда олимпиада хәрәкәте буйынса республика Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала өсөнсө урынды биләй. Беренсенән, был ысынлап та ҡанатландыра, сөнки һәр ваҡыт һөҙөмтә мөһим, ҡул менән тотоп ҡарай алған һөҙөмтә булһа, был көс бирә”, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан яңы мәктәптәрҙе файҙаланыуға индереү буйынса алдынғылыҡты  ышаныслы тота. Быйыл өс айҙа ғына ла 4 яңы мәктәп асылды. Уларҙың береһе – Кузнецов Затонындағы 2200 урынлыһы,  Волга буйы федераль округындағы иң ҙурыһы. Быйыл тағы 5 мәктәпте (Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала) сафҡа индереү ҡаралған.

Өфөлә беҙ математика лицейын төҙөй башланыҡ. Ул – республикаға буйһонған флагман мәктәп. Беҙ унда республиканың иң аҡыллы балаларын йыясаҡбыҙ. План буйынса был мәктәпте 2027 йылда тапшырырға тейешбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.

Республикала мәктәптәрҙе биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсереү, “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә 225 стоматология кабинеты асыу, полилингваль мәктәптәр селтәрен булдырыу (яңы ғына Әбйәлилдә 12-сеһе асылды) ошо форумдарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар һөҙөмтәһе булып тора.

VIII  форумда мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек мәсьәләләре ҡаралды – шулай уҡ мөһим тема. Информатика уҡытыусыларының беренсе йыйынын үткәреү, был предметҡа иғтибарҙы ныҡлы арттырыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү кеүек бик мөһим мәсьәләләр күтәрелде әлеге форумда. Иғтибар үҙәгенә эләккәс, мәсьәләнең сиселеше лә табыла торған ул.

 

ФОТО: Олег Яровиков | Башинформ.

VIII  “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны
VIII  “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны
VIII  “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны
VIII  “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны
VIII  “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны
VIII  “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны
VIII  “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны
VIII “Ос әйҙә!” форумында Радий Хәбиров сығыш яһаны
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас