+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
13 Апреля , 07:55

Белореттар Рәсәй ярышында алтын һәм көмөш миҙалдар яулаған

Белорет Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәр Железноводск ҡалаһында тауҙа йүгереү буйынса Рәсәй Чемпионатында һәм Беренселегендә ҡатнашҡан.

Белореттар Рәсәй ярышында алтын һәм көмөш миҙалдар яулағанБелореттар Рәсәй ярышында алтын һәм көмөш миҙалдар яулаған
Белореттар Рәсәй ярышында алтын һәм көмөш миҙалдар яулаған

Белорет Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәр Железноводск ҡалаһында тауҙа йүгереү буйынса Рәсәй Чемпионатында һәм Беренселегендә ҡатнашҡан.

18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар төркөмөндә Белорет ҡыҙы Әминә Шәғәлиева ярышта алтын миҙал яулаған, ә көмөш миҙалды Ксения Таһирова алған. Уларҙың остаздары –  Лилия Шобухова һәм Галина Богомолова

18 йәшкә тиклемге үҫмер егеттәр төркөмөндә Никита Лисовский еңеүсе булған. Уның да тренеры Галина Богомолова.

Рәсәй ярыштары “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә үткән.

Сығанаҡ: Белорет район хакимиәте.

Белореттар Рәсәй ярышында алтын һәм көмөш миҙалдар яулаған
Белореттар Рәсәй ярышында алтын һәм көмөш миҙалдар яулаған
Белореттар Рәсәй ярышында алтын һәм көмөш миҙалдар яулаған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас