

2019 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән мәғариф тураһында “Ос әйҙә!” форумы үтә. Быйылғы форум сиктәрендә Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең лекциялары булды.
Сарала ҡатнашыусылар белем биреүҙе үҫтереү, балаларҙы тәрбиәләү, хәүефһеҙлек, цифрлы технологиялар, уҡытыусы абруйын күтәреү тураһында һөйләште. Йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең кибер-хәүефһеҙлегенә һәм мутлашыусылар ауына эләгеүен иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүленде.
Өфө фән һәм технологиялар университетының тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Тимур Мостафин дропперҙар хаҡында һөйләне. Улар мутлашыусыларға үҙҙәренең банк карталарын һата. Студенттар һәм үҫмерҙәр еңел аҡса вәғәҙә итеүселәрҙең тоҙағына бигерәк тә йыш эләгеүсән. Балаларҙы ошолар һағайтырға тейеш:
- тәжрибә кәрәк булмаған эш тәҡдим итеү;
- банк картаһын һорау;
- сим‑картаны башҡа берәйһенең исеменә күсереүҙе үтенеү.
Тимур Мостафин иҫкәртеүенсә, бындай схемаларҙа ҡатнашыу — енәйәт. Былай итеп бөтә тормошоңдо һәм карьераңды боҙоуың бар. Сығыш яһаусы шәхси мәғлүмәттәрҙе нисек һаҡлау һәм бәләгә тарымау буйынса кәңәштәр бирҙе.
Стәрлетамаҡтың 5-се гимназияһының тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе Гөлшат Ҡунафина үҫмерҙәрҙә яуаплылыҡ тәрбиәләү, үҙ иле һәм йәмғиәте менән бәйлелеген тойорға ярҙам итеү тураһында һөйләне.
Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Алла Иванова мәғлүмәт һуғышы темаһына ҡағылды. Ул социаль селтәрҙәрҙәге яңылыҡтар һәм яҙмалар ярҙамында кешеләрҙең фекере менән нисек манипуляциялауҙары һәм тарихты боҙоп күрһәтеүҙәре тураһында һөйләне. Был хаҡта үҫмерҙәр генә түгел, ә өлкәндәр ҙә — уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҙә – белергә тейеш, тине сығыш яһаусы.
Өфө автотранспорт колледжы уҡытыусыһы Анастасия Саматова кибербуллинг, йәғни интернетта эҙәрлекләү, тураһында һөйләне. Ул селтәрҙә нисек эш итергә һәм мыҫҡыллаүсыларға, эҙәрлекләүселәргә тап булғанда нимә эшләргә кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирҙе.
Сығанаҡ: Молодежная газета.
Фото: «Белем» йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе.