

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған 77-се еңел атлетика эстафетаһы 6 майҙа үткәрелә. Еңеүселәрҙе Өфө хакимиәте менән “Молодежная газета” гәзитенең приздары көтә.
Ҡаланың сағыу спорт байрамында Өфө студенттары һәм уҡыусылары, шулай уҡ спорт һәм сәләмәт тормош яратыусылар ҡатнаша. Ул йәштәр араһында еңел атлетиканы популярлаштырыу маҡсатын ҡуя.
Традиция буйынса, эстафета Еңеү паркы тирәһендәге Комаров, Пинский, Ҡулса, Беренсе Май урамдары буйлап үтә.
Эстафета 8 этаптан торасаҡ. Старт Комаров урамында бирелә, финиш – Еңеү паркы майҙанында.
Команда 8 спортсынан (ҡатнаш командалар – 4 ир-егет + 4 ҡатын-ҡыҙ), 1 вәкилдән һәм 1 тренерҙан тора.
Тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан йә тик ир-егеттәрҙән генә торған командалар ҡатнаша ала.
Эстафета 8 төркөмдә үтә:
1 төркөм – мәктәптәр, интернаттар, лицейҙар һәм гимназиялар.
2 төркөм – башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары (ҡатнаш командалар).
3 төркөм – башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары (егеттәр).
4 төркөм – башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары (ҡыҙҙар) һәм ҡатын-ҡыҙ коллективтары.
5 төркөм – үҫмерҙәр клубтары.
6 төркөм – колледждар һәм техникумдар.
7 төркөм – юғары уҡыу йорттары.
8 төркөм – спорт клубтары, ирҙәр коллективтары, Өфөнөң предприятиелары һәм ойошмалары.
Юғары уҡыу йорттары өсөн тик көндөҙгө бүлек студенттары ғына ҡатнаша ала.
“Тыныслыҡ бәйгеһе”ндә йәш буйынса сикләү юҡ, унда табип рөхсәте булған һәр кем ҡатнаша ала.
Эстафета 8 этаптан тора:
1 этап – 500 м – ҡатын-ҡыҙҙар.
2 этап – 250 м – ирҙәр.
3 этап – 450 м – ирҙәр.
4 этап – 450 м – ҡатын-ҡыҙҙар.
5 этап – 350 м – ирҙәр.
6 этап – 350 м – ҡатын-ҡыҙҙар.
7 этап – 450 м – ирҙәр.
8 этап – 300 м – ҡатын-ҡыҙҙар.
Һәр төркөмдә еңеүселәр иң яҡшы техник һөҙөмтә буйынса билдәләнә.
Ҡатнашырға теләгән командаларҙан ғаризалар 30 апрелгә тиклем “Спортты үҫтереү үҙәге”ндә 11–16-30 сәғәттәрҙә ҡабул ителә (адресы – Октябрь проспекты, 113, тел. 279-11-86).
Эстафета этаптары һанына ҡарап, һәр команда түшкә таҡмалы номер алып килә.
Эстафетаны асыу тантанаһы 11 сәғәттә башлана.
Онотмағыҙ: эстафетала ҡатнашыу өсөн табиптан рөхсәт ҡағыҙы кәрәк була.
Схема – һүрәттә.
Сығанаҡ: Молодежная газета.
0+