

Рәсәй студент отрядтарының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе (командиры) Элина Саматова әйтеүенсә, майҙансыҡта проводник һөнәре тураһында белеү кимәлен тикшереү өсөн квиз үткәреләсәк, быға тиклем уҡып сыҡҡандарға профессия тураһында таныҡлыҡ биреләсәк, тәжрибәле проводниктар үҙҙәренең башынан үткәндәрҙе һөйләйәсәк, компания вәкилдәре карьера һәм мөмкинлектәр менән таныштырасаҡ.
Инеү ирекле, тик алдан теркәлергә кәрәк: clck.ru/3SvvMa.
Форум йәйге хеҙмәт семерстрына әҙерлек сараһы булып тора һәм йыл да үткәрелә. Уны Рәсәй студенттар отряды Башҡортостан бүлексәһе “РаботаЮ!” йәштәр клубы менән берлектә ойоштора.
Сығанаҡ: Молодежная газета.