+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Апреля , 06:27

Туғыҙынсыларҙың ТДИ-ҙы алдан тапшырыу мөмкинлеге бар

Тиҙҙән 9-сы синыфтар өсөн Төп дәүләт имтихандарын алдан тапшырыу осоро башлана. Имтихандар: 21 апрель – математика, 24 апрель – рус теле, 28 апрель – информатика, әҙәбиәт, йәмғиәт белеме, химия, 6 май – биология, география, сит  телдәр, тарих, физика.

Туғыҙынсыларҙың ТДИ-ҙы алдан тапшырыу мөмкинлеге барТуғыҙынсыларҙың ТДИ-ҙы алдан тапшырыу мөмкинлеге бар
Туғыҙынсыларҙың ТДИ-ҙы алдан тапшырыу мөмкинлеге бар

Тиҙҙән 9-сы синыфтар өсөн Төп дәүләт имтихандарын алдан тапшырыу осоро башлана. Имтихандар:

21 апрель – математика,

24 апрель – рус теле,

28 апрель – информатика, әҙәбиәт, йәмғиәт белеме, химия,

6 май – биология, география, сит  телдәр, тарих, физика.

Ваҡытынан алда имтихан тапшырыуға:

- уҡыу планын тулыһынса үҙләштергән,   

- “ҡойроҡтары” булмаған,

- рус теле буйынса йомғаҡлау әңгәмәһендә “зачет” алған,

- мәктәп педсоветынан рөхсәте булған,

- төп осорҙа имтиханда ҡатнаша алмаҫын раҫлаған документ килтергән

туғыҙынсылар үткәрелә.

Имтихандар тапшырыуҙың төп ваҡыты 2 июндә башлана.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас