

Агропрограммаға ярашлы, биология, физика, математика һәм химия дәрестәре һаны арттырылған. Ауыл хужалығы мөхитенә сумыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар – биология, физика, дөйөм һәм органик булмаған химия буйынса комплекттар алынған. Аналитик үлсәү, цифрлы лабораториялар, микроскоптар, робот техникаһы конструкторҙары балаларға төрлө тәжрибәләр үткәреү мөмкинлеген бирә.
Тәүге күмәк тәжрибәлә уҡыусылар үҫемлектәр үҫешенә “Микориза” биопрепаратының йоғонтоһон күҙәтте. Башҡортостандағы “БашИнком” фәнни-ҡулланыуға индереү предприятиеһы уйлап тапҡан һәм етештергән “Кормилица Микориза” биопрепараты үҫентенең тамырына көс бирә, тупраҡтан файҙалы матдәләрҙе һәм дымды алыу һәләтен арттыра, үҫемлекте зарарлы ҡоротҡостарға ҡаршы торорлоҡ итә. Уҡыусылар һынауҙы ноябрҙә башланы, ғинуарҙа симбиотик организмдарҙың үҫентеләргә ыңғай йоғонтоһон раҫлаған тәүге һөҙөмтәләр алынды ла инде.
Уҡыусылар агросиныфта уҡыу тураһында үҙ фекерҙәрен белдерә.
Марат Абдуллин физика фәне менән быйыл тәүләп танышҡанын, предметтың бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булыуын билдәләне. Уға тәжрибәләр һәм тикшеренеүҙәр оҡшай.
Тимур Дәүләтшинға ла физика, шулай уҡ дәрестәрҙә йәнле тәбиғәтте өйрәнеү, тәжрибәләр үткәреү оҡшай. Милена Сәйфуллина физика закондары һәм формулаларының тәү ҡарашҡа ҡатмарлы күренеүен, ләкин был фәндең иң ҡатмарлы күренештәрҙең дә логикаһын табырға ярҙамлашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Агросиныфта уҡыу – теорияны үҙләштереү генә түгел, ә белемдәрҙе практикала ҡулланыу ҙа. Был ҡараштарҙы киңәйтә, заманса агротехнологияларға һәм ғилми тикшеренеүҙәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй, шулай уҡ балаларға ауыл хужалығының киләсәкле һәм инновациялы өлкә булыуын күрһәтә”, – ти 1-се Бүздәк урта мәктәбе уҡытыусылары.
Бүздәк мәктәбендә агросиныф “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының “АПК-ға кадрҙар” федераль проектына ярашлы асылды.
Сығанаҡ: Бүздәк район хакимиәте.