+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
16 Апреля , 10:49

17 апрелдә Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн билдәләй

17 апрелдә Башҡортостанда Республика халыҡтарының милли кейеме көнө айҡанлы төрлө саралар үткәреләсәк. Улар араһындағы иң төп ваҡиғалар:

17 апрелдә Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн билдәләй17 апрелдә Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн билдәләй
17 апрелдә Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн билдәләй

17 апрелдә Башҡортостанда Республика халыҡтарының милли кейеме көнө айҡанлы төрлө саралар үткәреләсәк.

Улар араһындағы иң төп ваҡиғалар:

- “Башҡортостан” дәүләт концерт залы майҙанында байрам программаһы; концерт; стилләштерелгән этник кейемдәр өлгөләрен күрһәтеү;

- Өфөнөң Серго Орджоникидзе майҙанында “Билбау” сараһы, күргәҙмә-йәрминкә, тематик оҫталыҡ дәрестәре, ҡул эштәре, сәхнә оҫталарының сығыштары;

- социаль селтәрҙәрҙә #Яучусьвнациональномкостюме һәм #Яработаювнациональномкостюме хештегтары менән флешмобтар.

Балаларға Милли йәштәр театрында күрһәтеләсәк “Ете батыр тураһында хикәйәт” спектакле (11-00 башлана), 112-се Башҡорт кавалерия музейында үтәсәк милли кейемдәр тураһындағы викторина (сәғәт 12-лә), Нестеров ис. Художество музейының Стәрлетамаҡтағы бүлеге булған картиналар галереяһында ҡурсаҡ яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, Нефтекамалағы бүлеге булған “Мираҫ” картиналар галереяһындағы оҫталыҡ дәрестәре ҡыҙыҡлы булыр.

Райондарҙа, ауылдарҙа ла милли кейемгә бәйле саралар барасаҡ. Ғафури районы Сәйетбаба ауылында, мәҫәлән, “Мин милли кейемдә” фото-акцияһы, Благовар районындағы Ҡәнзәфәр бей исемендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә “Сулпылар” оҫталыҡ дәресе һәм башҡа саралар була.

Иң мөһиме – эштә, уҡыуҙа, театрҙа, урамда милли кейемдә булыу йә милли кейем элементтарын файҙаланыу.

 

ФОТО: Башинформ / Архив.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас