

«Башҡорт теленән диктант-2026» халыҡ-ара ағартыу сараһы географияһын киңәйтә. Быйыл акцияға 615 офлайн-майҙансыҡ ҡушылды, ә ҡатнашыусылар өсөн дөйөм урындар һаны 31 400-ҙән ашып китте.
Акция 2026 йылдың 17 апрелендә онлайн һәм офлайн форматтарҙа үтәсәк.
Йәшенә, белем кимәленә һәм ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
Майҙансыҡтарҙың 613-ө Рәсәйҙә урынлашҡан. Акция халыҡ-ара кимәлгә лә сыға: диктантты Румынияла һәм Үзбәкстанда ла яҙасаҡтар.
Төбәктәр араһында Башҡортостан Республикаһы алда – беҙҙә 558 майҙансыҡ эшләйәсәк.
Шулай уҡ әүҙем ҡатнашалар:
- Силәбе өлкәһе – 21 майҙансыҡ
- Ырымбур өлкәһе – 7 майҙансыҡ
- Ҡурған өлкәһе – 2 майҙансыҡ
- Свердловск өлкәһе – 2 майҙансыҡ
һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, диктант өс кимәлдә үтә:
- башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр – 418 майҙансыҡ
- башҡорт телендә иркен аралашыусылар – 163 майҙансыҡ
- башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар – 34 майҙансыҡ.
Башҡортостандың баш ҡалаһында диктант ғәҙәттәгесә ҡаланың ҙур мәғариф һәм мәҙәни майҙансыҡтарында үтәсәк:
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты,
- Өфө фән һәм технологиялар университеты,
- "Торахан" тарихи-мәҙәни комплексы,
- Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты һ.б.
Офлайн-форматта ҡатнашыу өсөн уңайлы майҙансыҡ һайларға һәм акцияның рәсми сайтында теркәлергә кәрәк. Майҙансыҡтарҙың тулы исемлеге, шулай уҡ диктант үткәреү урындары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт – рәсми сайтта https://bashdictant.ru/
Гөлдәр Яҡшығолова фотоһы.
Сығанаҡ: “Башҡортостан” гәзите / MAX