

15 апрелдә Өфөлә XXV Бөтә Рәсәй Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр йыйыны булды. Ил Президенты В.В. Путиндың сәләмләү һүҙен РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова уҡып ишеттерҙе.
Мария Львова-Белова үҙенең сығышында ғаиләләргә һәм балаларға ярҙамдың үҫеше тураһында һөйләне.
Рәсәйҙә бөгөн демографияны тамырҙан яҡшыртыу мәсьәләһе иң алғы планға сыҡты. Бала хоҡуҡтары һағында тороусылар балалы ғаиләләрҙе, балаларҙы яҡлау менән шөғөлләнә. Был эштә, Мария Львова-Белова билдәләүенсә, илдә яңы асылған “Балаларҙы яҡлау фонды” ҙур ярҙамсы буласаҡ. Львова-Белованы ил Президенты ошо фондтың да рәйесе итеп тәғәйенләгән.
Рәсәй субъекттарына ғаиләләр тураһында хәстәрлек күреү буйынса 2026–2030 йылдарға эш планы таратылған. 63 пункттан торған был планда күп һанлы бурыстар менән бергә балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең хоҡуҡи уҡымышлылығын күтәреү мәсьәләһе лә ҡуйылған. Шулай уҡ балалар йорттарында, приюттарҙа ҡалған етемдәр һанын кәметеү, ауыр үҫмерҙәр менән эште юлға һалыу бурысы билдәләнгән.
Йыйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Байтаҡ һорауҙар менән бер рәттән ул хәүеф төркөмөндәге балалар менән эш итеү темаһына ҡағылды.
“Үҫеп килеүсе быуынды яҡлауҙа һөҙөмтәле саралар күреү мөһим. Беҙ мәктәптәрҙә һаҡ системаһын көсәйттек, педагогик коллективтарҙың һәм психологик хеҙмәттәрҙең эшен үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Минең ҡарашымса, иң мөһиме – балаларҙың, үҫмерҙәрҙең тәртибендәге тайпылыштарҙы ваҡытында күреп ҡалыу һәм иғтибарһыҙ ҡалдырмау”, – тине Радий Хәбиров.
***
Йыйынға килгән балалар омбудсмены Мария Львова-Белова һәм башҡа ҡатнашыусылар Өфөләге “Салют” реабилитация үҙәгенә барҙы. Мария ханым “Салют”ты изге эштәр конвейеры тип атаны, сөнки унда дауалау менән бер рәттән балаларҙы йәмғиәттә йәшәргә өйрәтәләр, уҡыталар.
«Сегодня мы посетили детский реабилитационный центр „Салют“. Одномоментно он может принимать до полутора тысяч детей — и в стационарной форме, и в полустационаре, и в виде консультаций или регулярных занятий. Что важно? Что три министерства по решению Главы Башкирии объединились для комплексной помощи семьям, воспитывающим особенных детей. Большой акцент здесь сделан на раннюю помощь: когда с самого рождения, при грамотной диагностике, семье составляют „дорожную карту“. В ней учитывается всё: ресурсы региона, возможности некоммерческих организаций и даже то, насколько те или иные точки помощи территориально доступны для конкретной семьи», – тине журналистарға Рәсәй балалар омбудсмены.
Мария Львова-Беловаға бигерәк тә социаль-көнкүреш яраҡлашыу блогы көслө тәьҫир яһаған. Бында үҙенсәлекле балаларҙы ябай, әммә тормошта бик мөһим нәмәләргә – футболканы үтекләргә, кер йыуыу машинаһын эшләтергә, ябай ғына ризыҡтар әҙерләргә өйрәтәләр. Ҡәҙимге балаларға бер ни тормаған был эштәрҙе үҙләштереү – “Салют”тағыларға үҙ аллы йәшәп өйрәнеү өсөн ҙур аҙым ул.
“Салют” үҙәгендә дауаланырға килгән балаларҙың ата-әсәләрен дә онотмайҙар. “Салют”тың директоры Милана Скоробогатова әйтеүенсә, әсәй – төп реабилитолог, ул тәүлек әйләнәһенә бала менән. Шуның өсөн бында өлкәндәр менән эш бара, уларға психологик ярҙам да күрһәтелә. Бала процедураларҙа булғанда ата-әсәләр үҙҙәре лә махсус блокта медицина тикшереүе үтә ала.
Үҙәкте ҡарап бөткәс, Мария Львова-Белова Башҡортостан командаһы – республика Хөкүмәте вице-премьеры Урал Килсенбаев, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, “Бәхет биләмәһе” һәм “Өфө хосписы” хәйриә фондтарының бағыусылар советтары рәйесе Каринэ Хәбирова, БР-ҙағы бала хоҡуҡтары вәкиле Ольга Панчихина – менән бергә граждандарҙы ҡабул итте.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ.