+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
17 Апреля , 18:04

Башҡорт теленән диктантты офлайнда 200 меңдән ашыу кеше яҙған

“...Беҙ ҡатнашыусыларҙың юғары әүҙемлеген күҙәтәбеҙ: бөтә донъяла барлығы 2000-дән ашыу офлайн-майҙансыҡ асылған, уларҙа 200 000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан. Онлайн-форматта эштәрҙе ҡабул итеү әүҙем бара – “МАКС” мессенджеры аша 100 000-дән ашыу эш ҡабул ителде лә инде. Быйыл ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 400 меңдән ашып китеренә ышанабыҙ, акция географияһы менән дә, ҡатнашыусылар һаны менән дә киңәйеүен дауам итә”, – тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова.

Башҡорт теленән диктантты офлайнда 200 меңдән ашыу кеше яҙғанБашҡорт теленән диктантты офлайнда 200 меңдән ашыу кеше яҙған
Башҡорт теленән диктантты офлайнда 200 меңдән ашыу кеше яҙған

“...Беҙ ҡатнашыусыларҙың юғары әүҙемлеген күҙәтәбеҙ: бөтә донъяла барлығы 2000-дән ашыу офлайн-майҙансыҡ асылған, уларҙа 200 000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан. Онлайн-форматта эштәрҙе ҡабул итеү әүҙем бара – “МАКС” мессенджеры аша 100 000-дән ашыу эш ҡабул ителде лә инде. Быйыл ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 400 меңдән ашып китеренә ышанабыҙ, акция географияһы менән дә, ҡатнашыусылар һаны менән дә киңәйеүен дауам итә”, – тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова.

Ул бындай акцияларҙың тел киләсәгенә туранан-тура йоғонто яһауын белдерҙе,сөнки ”ғаилә менән диктантта ҡатнашыу йолаға әйләнеп киткәс, тел тәбиғи рәүештә быуындан быуынға тапшырыла. Был башҡорт теленә йәнле ҡыҙыҡһыныу уята”, – ти Йосопова.

Диктантта ҡатнашыусылар һаны буйынса тулыһынса йомғаҡ яһалғас, аныҡ күрһәткестәрҙе белербеҙ. Был һандың ярты миллионға етеүе лә бик ихтимал.

ФОТО: Гөлназ Йосопованан | Башинформ

Башинформ мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас