+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
20 Апреля , 06:06

“Бишенсе сирек” булмаясаҡ, тигән министр

Рәсәй баҫмаларында, йәнәһе, уҡыу йылын оҙайтырға итәләр икән, өҫтәмә бишенсе сирек индерәләр, тигән хәбәрҙәр күренеп ҡалғайны.

“Бишенсе сирек” булмаясаҡ, тигән министр“Бишенсе сирек” булмаясаҡ, тигән министр
“Бишенсе сирек” булмаясаҡ, тигән министр

Рәсәй баҫмаларында, йәнәһе, уҡыу йылын оҙайтырға итәләр икән, өҫтәмә бишенсе сирек индерәләр, тигән хәбәрҙәр күренеп ҡалғайны.

РФ Мәғариф министрлығы был хәбәрҙе тулыһынса кире ҡаға. Министр Сергей Кравцов әйтеүенсә, каникул – балаларҙың ялы һәм һаулығына арналған изге осор. Уны бер кем дә тартып алырға йыйынмай.

Йәй көнө балалар парта артында ултырмаясаҡ. Уларҙы көндөҙгә мәктәп лагерҙары, спорт, оҫталыҡ дәрестәре, походтар һәм экскурсиялар көтә”, – тигән министр.

Ял күңелле лә, файҙалы ла булыр. Лагерҙар өсөн берҙәм тәрбиәүи эш программаһы эшләй башлаған да инде.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас