+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
20 Апреля , 14:16

Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк

28– 30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанын сираттағы “Китап байрамы” биләйәсәк.  Инде бер нисә йыл үткәрелеп килгән байрам халыҡ-ара мәҙәни диалог майҙаны ғына түгел, ә ил төбәктәрендәге иң  ылыҡтырғыс  китап йәрминкәһенә лә әйләнде. Ул төрлө төбәктәрҙән, сит илдәрҙән йөҙҙәрсә ҡатнашыусыны йәлеп итә. Халыҡ та эркелеп килә, уларҙың һаны тиҫтәләрсә меңде уҙып китә.  

Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәкӨфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк
Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк

28– 30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанын сираттағы “Китап байрамы” биләйәсәк.  Инде бер нисә йыл үткәрелеп килгән байрам халыҡ-ара мәҙәни диалог майҙаны ғына түгел, ә ил төбәктәрендәге иң  ылыҡтырғыс  китап йәрминкәһенә лә әйләнде. Ул төрлө төбәктәрҙән, сит илдәрҙән йөҙҙәрсә ҡатнашыусыны йәлеп итә. Халыҡ та эркелеп килә, уларҙың һаны тиҫтәләрсә меңде уҙып китә.

Китап йәрминкәләре өсөн Башҡортостан  «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» тигән исемгә лайыҡ булды.  

2025 йылда республикабыҙ менән Рәсәй Китап союзы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.  Быйылғы Китап байрамы ошо союз булышлығында үтәсәк.  Өс көн буйы йәрминкә майҙаны иртәнге 10-дан киске 10-ға тиклем гөрләп торасаҡ.  Бик күп төрлө программалар эшләйәсәк.

Байрамдың һәр көнө айырым темаға бағышланасаҡ:

- беренсе көн – халыҡтар берҙәмлегенә;

- икенсе көн –  традицион ғаилә ҡиммәттәренә;

- өсөнсө көн  – Рәсәй тарихына, хәтергә һәм үткәндәрҙе хөрмәт итеүгә.

Ағартыу  программаһына ҙур иғтибар биреләсәк. Уны тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй “Белем” йәмғиәте ярҙам итәсәк.  

Патриотик майҙансыҡ айырым бер әһәмиәткә эйә буласаҡ. Ул тарихи хәтергә, гражданлыҡ яуаплылығына, илдең төп ваҡиғаларын хәҙерге заман күҙлегенән баһалауға арналасаҡ.

2026 йылғы IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе Башҡортостандың бөтә  муниципалитеттарын солғаясаҡ.  Сараларға старт 27 майҙа, Бөтә Рәсәй Китапханалар көнөндә, биреләсәк.  

«Китап байрамы» – йәрминкә генә түгел, ә мәҙәниәт юғарылығындағы сара.  Ул  уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә, Өфөнөң илдәге әҙәби үҙәктәрҙең береһе булыуын иҫкә төшөрә.  

Әҙәбиәт һөйөүселәр, Китап байрамына килергә әҙерләнегеҙ. Ул һеҙҙе быйыл да ныҡ һөйөндөрөр.

Белешмә:

- «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе Башҡортостан Башлығы инициативаһы һәм республика Хөкүмәте булышлығы менән 2023 йылдан бирле үткәрелә.

- III “Китап байрамы”на өс көндә 184 мең кеше килде;

14 спектакль, художество-музыкаль тамаша, концерт күрһәтелде;

шағирҙар һәм яҙыусылар менән 120 осрашыу үтте;

27 тематик һәм интерактив майҙансыҡ эшләне,

МХО яугирҙарына 1000 хат һәм асылма яҙылды;

йәрминкәлә  Рәсәйҙең 22 төбәгенән һәм 4 сит илдән 270 нәшриәт һәм китап сауҙаһы ойошмаһы ҡатнашты.

ФОТО: “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе / матубғат хеҙмәте.

Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк
Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк
Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк
Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк
Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк
Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк
Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк
Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас