+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
20 Апреля , 09:34

“Ҙур Балалар фестивале шаңдауы” Өфөлә яңғыраясаҡ!

27 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә Ҙур Балалар фестиваленең (БДФ) махсус программаһы эшләйәсәк.  Проектты “Бәләкәй принц” музыкаль әкиәте аса. Төп ролдә – актер Сергей Безруков. Спектаклде “Башҡортостан” ДКЗ-нда ҡуялар.

“Ҙур Балалар фестивале шаңдауы” Өфөлә яңғыраясаҡ!“Ҙур Балалар фестивале шаңдауы” Өфөлә яңғыраясаҡ!
“Ҙур Балалар фестивале шаңдауы” Өфөлә яңғыраясаҡ!

27 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә Ҙур Балалар фестиваленең (БДФ) махсус программаһы эшләйәсәк.  Проектты “Бәләкәй принц” музыкаль әкиәте аса. Төп ролдә – актер Сергей Безруков. Спектаклде “Башҡортостан” ДКЗ-нда ҡуялар.

Артабан тамашалар дауам итәсәк:

- Рәсәйҙең төрлө ҡалалары театрҙары – һигеҙ спектакль, Башҡортостан театрҙары алты постановка күрһәтәсәк;

- “БДф Кино” һәм “БДФ Анимация” йүнәлештәрендә фильмдар һәм йәнһүрәттәр түләүһеҙ ҡуйыласаҡ;

- “БДФ Китап” яҙыусылар һәм иллюстраторҙар менән осрашыуҙар үткәрәсәк;

- “БДФ Оҫтаханалар”ҙа вокал, сәхнә телмәре һәм дикция, актерлыҡ оҫталығы, ҡурсаҡ менән эшләү дәрестәре буласаҡ;

- “БДФ Белем биреү” йүнәлешендә мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн занятиелар ойошторола;

- “БДВ Мәктәп” уҡытыусыларҙы мәктәп спектаклдәре ҡуйырға өйрәтәсәк.

Бөтә тамашалар түләүһеҙ күрһәтелә, тик шарты бар: алдан теркәлеү үтергә кәрәк. Урындар алып ҡалырға ашығығыҙ.

*Ҙур Балалар фестивале “Ғаилә” милли проектының “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектына индерелгән. Башҡортостанда республика Хөкүмәте булышлығында үтә.

 

#ЭХОБДФ

#нацпроектСемья

#Фондкультурныхинициатив

#Грантдлякреативныхкоманд

“Ҙур Балалар фестивале шаңдауы” Өфөлә яңғыраясаҡ!
“Ҙур Балалар фестивале шаңдауы” Өфөлә яңғыраясаҡ!
“Ҙур Балалар фестивале шаңдауы” Өфөлә яңғыраясаҡ!
“Ҙур Балалар фестивале шаңдауы” Өфөлә яңғыраясаҡ!
“Ҙур Балалар фестивале шаңдауы” Өфөлә яңғыраясаҡ!
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас