

Журналистика менән шөғөлләнгән уҡыусылар Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында “Уңышҡа күтәрел” тигән конкурс финалында көс һынашты.
Алдынғылыҡ өсөн көрәш майҙанына Ырымбур өлкәһе, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Дыуан, Тәтешле, Балтас, Ейәнсура, Өфө райондары, Туймазы ҡалаһы йәш медиасылары сыҡты.
Уларға шундай задание бирелде: ваҡиғалар уртаһына сумғас та, яҡтыртырлыҡ һылтау табырға, репортаж өсөн сифатлы видеоматериал төшөрөргә һәм сюжет ҡороп әҙерләргә.
Үтәү өсөн бер сәғәт бирелде!
Күҙ асып йомғансы факультет аудиториялары профессиональ ньюсрумға әүерелде. Репортерҙар етеҙ генә стендаптар уйлап тапты, операторҙар иң шәп ракурстарҙы ауланы, ә ноутбуктарҙа төшөрөп алынғанды ҡороу тылсымы башланды.
12 команда ла был ныҡ ҡатмарлы заданиены һоҡланғыс сифатта башҡарып сыҡты! Йәш репортерҙар профессионаллек кимәле, яңы ҡараш, ижадкәрлек, үҙ көсөнә ышаныс менән таң ҡалдырҙы.
Был уҡыусылар журналистика киләсәгенең ышаныслы ҡулдарҙа булыуын иҫбатланы. Һөнәри уңыштар һеҙгә, йәш хәбәрселәр!
Башҡортостан Журналистар союзы яңылыҡтарынан.
Фотолар бында ныҡ күп.