+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
21 Апреля , 07:06

“Башҡортостан ирекмәне” билгеһен нисек алырға?

Улар МХО яугирҙары өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, гуманитар ярҙам йыя, окоп шәмдәре яһай һәм башҡа күп төрлө эштәр менән мәшғүл. Тәү ҡарашҡа ваҡ-төйәк булып та күренеп китһә лә, ысынында бик мөһим һәм кәрәкле эштәр ул.

“Башҡортостан ирекмәне” билгеһен нисек алырға?“Башҡортостан ирекмәне” билгеһен нисек алырға?
“Башҡортостан ирекмәне” билгеһен нисек алырға?

Улар МХО яугирҙары өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, гуманитар ярҙам йыя, окоп шәмдәре яһай һәм башҡа күп төрлө эштәр менән мәшғүл. Тәү ҡарашҡа ваҡ-төйәк булып та күренеп китһә лә, ысынында бик мөһим һәм кәрәкле эштәр ул.

Ошо һәм башҡа өлкәләрҙә ихлас эшләп йөрөгән ирекмәндәр төбәк  Башлығының “Башҡортостан Республикаһының доброволецы (ирекмәне)” тигән маҡтаулы билге алырға хоҡуҡлы. Билгене алыуға ғаризалар 1 июнгә тиклем ҡабул ителә. Тик уның бер нисә шарты бар.

Билгене алыу өсөн республика биләмәһендә кәм тигәндә бер йыл ирекмәнлек эше алып барыу һәм добро.рф порталында верификацияланған ирекмәнлек сәғәттәренә эйә булыу шарт.

Документтарҙы ошо адресҡа тапшырырға:

Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86, ирекмәнлек хәрәкәте бүлеге.

Кәрәкле документтар исемлеге сайтҡа ҡуйылған.

Бөтә һорауҙар менән Башҡортостандың Добро.рф ресурс үҙәге белгесе Анастасия Грибковаға мөрәжәғәт итергә: +7 (937) 321-43-20.

ФОТО: Өфө Ирекмәндәр ассоциацияһы / матбуғат хеҙмәте

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас