

Мишкә районы прокуратураһы 12 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың хоҡуҡтарын яҡлаған.
Былтыр октябрҙә физкультура дәресендә йүгереү буйынса нормативты үтәгәндә ҡыҙыҡай йығылып имгәнә. Уны дауаханаға һалалар, сәләмәтлегенә уртаса ауырлыҡтағы зыян килгән, тип табалар.
Прокуратура, мәктәптән компенсация түләтеүҙе талап итеп, судҡа дәғүә ебәрә. Суд талапты ҡәнәғәтләндерә һәм яуапҡа тарттырылыусынан бәлиғ булмаған бала файҙаһына 250 мең һум түләтеү тураһында хөкөм ҡарары сығара.
Сығанаҡ: «Республика Башкортостан» | resbash.ru