+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
21 Апреля , 06:50

Өфөлә география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы тамамланды

Өфөлә география буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы тамамланды. Унда 78 төбәктән 276 уҡыусы ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 24 ҡатнашыусы – еңеүсе, 111-е призер булды.

Өфөлә география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы тамамландыӨфөлә география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы тамамланды
Өфөлә география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы тамамланды

Өфөлә география буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы тамамланды. Унда 78 төбәктән 276 уҡыусы ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 24 ҡатнашыусы – еңеүсе, 111-е призер булды.

Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Башҡортостан, Удмуртстан, Татарстан һәм Хабаровск крайы уҡыусылары айырыуса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Олимпиаданы ябыу тантанаһында Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, БР Башлығының социаль сәйәсәт буйынса кәңәшсеһе Альбина Ҡасимханова, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Аҡмулла исемендәге Башҡортостан педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов ҡатнашты.

Башҡортостандың йәш географтары алты награда яуланы.

Еңеүселәр:

НУРТДИНОВ Марсэль, Өфөнөң 45-се мәктәбе уҡыусыһы;

ҒӘЗИЗОВА Дарина, Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы.

Призерҙар:

АҪЫЛБАЕВ Азат, Сибайҙың 9-сы лицейы уҡыусыһы;

ПАВЛЮК Леон, Стәрлетамаҡтың 1-се күп профилле полилингваль гимназияһы уҡыусыһы;

ИНЯКОВ Дмитрий, Стәрлетамаҡтың 1-се күп профилле полилингваль гимназияһы уҡыусыһы;

СӘХИБГӘРӘЕВ Тамерлан, Туймазы районы Собханҡол ауылы мәктәбе уҡыусыһы.

“Был фән нисектер баһалап еткерелмәгән кеүек, тип иҫәпләйем – был дөрөҫ түгел. Нәҡ география дәрестәре беҙҙең балаларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, донъяны асыу һәм тирә-йүндәге матурлыҡты күреү теләген тәрбиәләй. Иң мөһиме – тыуған яҡҡа ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләй”, – тип яҙған Радий Хәбиров, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлап.

Башинформ таҫмаһынан.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас