

Мәскәүҙә математиканан Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы тамамланды. Унда илдең 82 төбәгенән 499 уҡыусы ҡатнашты.
9-сы синыфтар олимпиадаһында Өфөнөң 93-сө математика лицейы уҡыусыһы ШӘРӘФЕТДИНОВ Юлай призер булды. Остазы – Кожевников Денис Владимирович, ошо уҡ лицейҙың математика уҡытыусыһы.
Юлайҙың тағы бер шатлығы бар: ул математика буйынса Рәсәй йыйылма командаһының уҡыу-күнекмә йыйынына ла саҡырыу алды. Бындай йыйындар халыҡ-ара олимпиадаларға, шул иҫәптән IMO-ға әҙерлек сиктәрендә ойошторола.
СЫТНИК Асҡар, 93-сө математика лицейы уҡыусыһы, маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Был да юғары әҙерлекте раҫлаған лайыҡлы һөҙөмтә.
Афарин, йәш математиктарыбыҙ! Артабан да уңыштар һеҙгә!
ФОТО: "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге / ВК.