+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
22 Апреля , 07:03

Башҡорт теленән диктант 400 меңдән ашыу кешене йыйған

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа йомғаҡ яһалған. Унда бөтә донъя буйлап  406 536 кеше ҡатнашҡан, тип хәбәр иткән ойоштороусылар.

Башҡорт теленән диктант 400 меңдән ашыу кешене йыйғанБашҡорт теленән диктант 400 меңдән ашыу кешене йыйған
Башҡорт теленән диктант 400 меңдән ашыу кешене йыйған

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа йомғаҡ яһалған. Унда бөтә донъя буйлап  406 536 кеше ҡатнашҡан, тип хәбәр иткән ойоштороусылар.

Ҡатнашыусылар буйынса һандарға килгәндә,

- телде башланғыс кимәлдә белгән – 173 813,

- һәйбәт белгән – 145 635,

- төньяҡ-көнбайыш диалектта 82 088

кеше диктант яҙған.

Офлайн майҙансыҡты – 326 768,

онлайн-майҙансыҡты 79 768 кеше һайлаған.

Элеккесә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалалары, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Иркутск, Мәскәү, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтары әүҙем ҡатнашҡан. Шулай уҡ Алтай, Пермь, Приморье крайҙарында, Татарстан, Саха (Яҡут) республикаларында йәшәүселәр диктант яҙған.

2019 йылдан башлап сара Рәсәй сиктәренән аша атлап уҙҙы. Башҡортса диктантты быйыл Үзбәкстан, Тажикстан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Беларусь, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, Иран, Аргентина, Индонезия, Төьяҡ Корея һәм башҡа илдәрҙә яҙғандар. Быйыл проектҡа Ҡытай, Румыния, Латвия илдәренән тәүләп ҡушылғандар.

Диктантты яҙыусылар һанының күп өлөшө, әлбиттә, Башҡортостанға  тура килә – 386 536 кеше.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә – 18 311, сит илдәрҙә 1 689 кеше яҙған.

Сығанаҡ: Башинформ.

Башҡорт теленән диктант 400 меңдән ашыу кешене йыйған
Башҡорт теленән диктант 400 меңдән ашыу кешене йыйған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас