

Хәүефһеҙлек саралары маҡсатында быйыл “Үлемһеҙ полк” онлайнға китеүе тураһында хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ултырышында.
“Хәрби парадты үткәреү һорау аҫтында ҡала. Әлегә репетициялар бара. Ләкин “үткәрмәү өсөн нигеҙҙәр бар тиһәләр, парад та булмаясаҡ”, – тине төбәк етәксеһе.
– Бөтә булып ятҡан ваҡиғаларҙы һәр яҡлап үлсәргә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был ҡарарҙы ҡабул итер алдынан байрам үткәреү тураһында көс структуралары етәкселәре менән фекер алыштыҡ.
Сығанаҡ: «Республика Башкортостан» | resbash.ru