+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
22 Апреля , 07:36

Полинаның шиғырҙары еңеү яуланы

“Йәш өфөлө Полина Дудко менән уның остазын, “Йәдкәр” мәҙәниәт йорто директоры Валентина Урлапованы “Служение” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһында еңеү менән ихлас ҡотлайым, – тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров. – Иҫегеҙгә төшөрәм, премияны Рәсәй Президенты Хакимиәте ярҙамы менән Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы үткәрә. “Полинаның балаларса булмаған шиғырҙары” проекты “Киләсәк быуындар өсөн бөйөк мираҫ” номинацияһында беренселекте алды”.

Полинаның шиғырҙары еңеү яуланыПолинаның шиғырҙары еңеү яуланы
Полинаның шиғырҙары еңеү яуланы

“Йәш өфөлө Полина Дудко менән уның остазын, “Йәдкәр” мәҙәниәт йорто директоры Валентина Урлапованы “Служение” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһында еңеү менән ихлас ҡотлайым, – тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров. – Иҫегеҙгә төшөрәм, премияны Рәсәй Президенты Хакимиәте ярҙамы менән Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы үткәрә. “Полинаның балаларса булмаған шиғырҙары” проекты “Киләсәк быуындар өсөн бөйөк мираҫ” номинацияһында беренселекте алды”.

Радий Фәрит улы Полинаның дүрт йәшенән патриотик шиғырҙар ятлауы һәм сығыш яһауы тураһында һөйләй. Әле ҡыҙыҡайға 12 йәш. Көслө хистәргә бай шиғырҙар менән ул госпиталдәрҙә, азат ителгән территорияларҙа сығыш яһай. Полинаның хатта “Коса” тигән позывнойы ла  бар. Командировкаларының һаны айына өсәүгә етә. Шул уҡ ваҡытта ул яҡшы уҡый, бейеү һәм вокал менән шөғөлләнә.

Полинаға һәм Валентина Юрьевнаға уңыштар, изгелектәр теләйем. Проект йәшәһен һәм кешеләргә артабан да иң яҡты эмоциялар бүләк итһен. Премияла беҙҙең республиканан ҡатнашҡандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт әйтәм. Һәр кемде баһалайым һәм хөрмәт итәм”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Быйыл “Служение” премияһында Рәсәй буйынса 63 меңдән ашыу муниципалитеттар вәкилдәре ҡатнашҡан, улар араһынан 40-тан ашыу кеше 11 номинацияла иң яҡшылары тип баһаланған.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас