

Радий Хәбиров мәғариф министрына ВсОШ еңеүселәренә һәм уларҙың остаздарына дәртләндереү сараһын күреүҙе тиҙләтергә ҡушты.
Башҡортостан Башлығы уҡыусыларҙың олимпиада уңыштарына бик шатлана. Былтыр еңеүселәр һәм призерҙар һаны бөтәһе 57 булһа, быйыл 67-нән үткән. Әле тағы 7 предметтан йомғаҡлау этабы үткәрәһеләре бар. Министр Илдар Мәүлетбирҙин, быйыл уңышлыларҙың һаны 70-тән артып китер, тип фараз яһаны.
Радий Хәбиров еңеүселәрҙең Өфөнән генә түгел, райондарҙан, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы һ.б. ҡалаларҙан да булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
БР Башлығының 2018 йылғы Указына ярашлы, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәренә һәм призерҙарына һәм уларҙың остаздарына премия бирелә. Былтырҙан бирле уның күләме – еңеүселәргә 300 мең һумға, призерҙарға һәм остаздарға 150 мең һумға тиклем.
Сығанаҡ: Башинформ.