

Архангел районы уҡыусылары Өфөлә аграр университетта үткән Республика агросиныфтар фестивалендә ҡатнашты.
Агросиныфта уҡыған балалар ҡәҙимге уҡыу программаларын үҙләштереп кенә ҡалмай, ауыл хужалығы эштәре менән дә таныша.
Фестивалдә Архангел ауылының И.А. Киселев исемендәге 1-се мәктәбе, А.В. Мухачев исемендәге 2-се мәктәбе, шулай уҡ Абҙан, Благовещенка мәктәптәре уҡыусылары остаздары Г.К. Егорова менән Л.М. Лоғаманова етәкселегендә аграр белемдәрен күрһәтте, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
10-сы синыф уҡыусыһы Насирова Дилә флорариумдар һәм фитоаквариумдар эшләү серҙәре менән уртаҡлашты.
8-сенән Ҡотлозаманова Фаягөл колеусты һабаҡтан үрсетеү ысулын күрһәтте.
”Художестволы үҙешмәкәрлек” номинацияһында Нурисламова Ринэль йырланы, 2-се синыф уҡыусыһы Егорова Әминә башҡорт бейеүен бейене.
ФОТО: Абҙан мәктәбе / ВК.