

“Киләсәк ҡаҙанышы” II Бөтә Рәсәй милләт-ара театр сәнғәте балалар фестиваленең финалы Башҡортостанда Октябрьский ҡалаһында үтәсәк.
24–26 апрелдә сара Өфө, Севастополь, Донецк, Барнаул, Омск, Йошкар-Ола, Ырымбур, Түбәнге Новгород, Санкт-Петербург, Һамар, Вязьма, Ижевск һәм башҡа ҡалаларҙың ижади коллективтарын, театр студияларын һәм мәктәп театрҙарын йыясаҡ.
Ҡатнашыусылар тамашасыға Рәсәйҙең төрлө милләт яҙыусылары әҫәрҙәре, ауыҙ-тел ижады мотивтары буйынса ҡуйылған спектаклдәр күрһәтәсәк.
Фестиваль номинациялары:
- “Драматик спектакль”,
- “Музыкаль спектакль”,
- “Нәфис һүҙ”.
ФОТО: Олег Яровиков / Башинформ.
Сығанаҡ: Башинформ.