+10 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
23 Апреля , 09:24

“Тамыр” телеканалының ҙур концерты булды

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика балалары көтөп алған ваҡиға – “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының ҙур концерты булды.

“Тамыр” телеканалының ҙур концерты булды“Тамыр” телеканалының ҙур концерты булды
“Тамыр” телеканалының ҙур концерты булды

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика балалары көтөп алған ваҡиға – “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының ҙур концерты булды.

“Бергәләп” тигән был концертта “Тамыр” телеканалы вокал студияһының бәләкәй артистары, “Сулпылар” һәм “Елкән” телеконкурстары еңеүселәре сығыш яһаны.

Балалар Бәләкй принц образындағы Тимур Ямаловтың, елкәнле карап Капитанын кәүҙәләндергән Гәлсәр Байғусҡарованың, Бал ҡорто булып кейенгән Лиана Хәбибуллинаның уйынын бик оҡшатты.

Концертты телеканалдың бәләкәс йондоҙҙары Баййегет Шаһыбалов, Асель Бадранова, шулай уҡ Фәрхәт Ғәйнетдинов алып барҙы.

Тәнәфестә балалар рәхәтләнеп уйнаны, бүләктәр алды, тәмлекәстәр менән һыйланды.

Концертҡа Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан  “Тамыр” телеканалы үткәргән “Өйҙә” медиаконкурсы еңеүсеһенең ғаиләһен дә саҡырғандар. Дыуан районының Т. Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты уҡыусыһы Алтынай Әхмәтйәнова төп приз – телевизор менән бүләкләнде.

 

ФОТО: “Тамыр” телеканалы / матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: Башинформ.

“Тамыр” телеканалының ҙур концерты булды
“Тамыр” телеканалының ҙур концерты булды
“Тамыр” телеканалының ҙур концерты булды
“Тамыр” телеканалының ҙур концерты булды
“Тамыр” телеканалының ҙур концерты булды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас