+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
24 Апреля , 07:46

Башҡортостан уҡыусылары Милли технология олимпиадаһында уңышлы ҡатнашты

Башҡортостандан 11 уҡыусы Милли технология олимпиадаһының  Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә үткән финалдарының еңеүсеһе һәм призёры булды.

Башҡортостан уҡыусылары Милли технология олимпиадаһында уңышлы ҡатнаштыБашҡортостан уҡыусылары Милли технология олимпиадаһында уңышлы ҡатнашты
Башҡортостан уҡыусылары Милли технология олимпиадаһында уңышлы ҡатнашты

Башҡортостандан 11 уҡыусы Милли технология олимпиадаһының  Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә үткән финалдарының еңеүсеһе һәм призёры булды.

Ярыштар бер нисә профилдә, Рәсәйҙең 11 ҡалаһында үтте. Финалда  бөтә Рәсәйҙән 2000 самаһы уҡыусы ҡатнашты.

Беҙҙекеләрҙән еңеүселәр:

ЕМЕЛЁВ Никита (“Яһалма аң” профиле);

НИКИТИН Тимур (“Урбанистика” профиле).

призёрҙар:

ГОЛУБЕВ Станислав (“Автоном транспорт системалары”);

ЗАРИПОВ Шамил, УЛЯЕВ Дамир, УРАЗГИЛДИН Радмир, ӘХМӘТШИН Данияр (“Ядро технологиялары”);

ЗАЗАЦКИЙ Данил, ГЛУХОВЦЕВ Богдан (“Ҙур бирелмәләр һәм машинаны уҡытыу”);

ЕСТЕХИН Никита (“Мобиль ҡушымталар эшләү”);

ЗАРИПОВ Арслан (“Осоусы робот техникаһы”).

Бөтә еңеүселәргә һәм призерҙарға ойоштороусылар наградалар тапшырҙы. Уларға шулай уҡ ҡиммәтле ташлама бирелде: профиль предметы буйынса БДИ-ға 100 балл өҫтәмә йәки вузға имтиханһыҙ ҡабул ителеү хоҡуғы.

Сығанаҡ: Башинформ.

Башҡортостан уҡыусылары Милли технология олимпиадаһында уңышлы ҡатнашты
Башҡортостан уҡыусылары Милли технология олимпиадаһында уңышлы ҡатнашты
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас