

Башҡортостанда Алла Хәйҙәрова исемендәге Х Бөтә Рәсәй фортепиано ансамблдәре конкурсы үтте. Унда 46 ансамблдең ағзаһы булған 100 уҡыусы ҡатнашты. Араларында сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа бар ине.
Ярышта Башҡортостан, Томск өлкәһе, Һамар ҡалаһы балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре оҫталығын күрһәтте.
Гран-приҙы Октябрьский ҡалаһы 1-се балалар сәнғәт мәктәбенән Маргарита Сәйетгәрәева менән Вера Каляева дуэты яуланы.
Конкурс Октябрьский ҡалаһының “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса яңыртылған музыка колледжы бинаһында үтте.
Конкурс гала-концерт менән тамамланды.
ФОТО: БР Мәҙәниәт министрлығы / матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Башинформ.