

26 апрелдә иртән 10-сы яртыла Өфө тимер юл вокзалының беренсе платформаһына “Еңеү паровозы” килеп туҡтай. Ул Өфө станцияһында ике сәғәт ярым торасаҡ.
“Лебедянка” паровозы йөрөткән поезд вагондарында Бөйөк Ватан һуғышы ҡоралдарынан һәм техникаһынан торған экспозициялар менән танышырға, “Үлемһеҙ полк” вагондары буйлап үтергә мөмкин буласаҡ. Балалар паровоз кабинаһын ҡарай, лазертаг уйынында ҡатнаша аласаҡ.
ФОТО: Өфө ҡала хакимиәте / сайт.
Сығанаҡ: Башинформ.